МАТВЕЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 108 кеше; 1959 – 189; 1989 – 188; 2002 – 199; 2010 – 206 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Әлшәй с‑зы ойошторолоуға бәйле с‑здың Северный бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. алып Первомайский с‑зының Северный бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке