МАТВЕЕВ, К у з н е ц о в, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Матвеев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 9 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 67 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 287 кеше; 1920 – 325; 1939 – 395; 1959 – 200; 1989 – 86; 2002 – 100; 2010 – 106 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Өфө өйәҙе Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1791 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Матвей Десяткин исеме кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Май һығыу йорто булған. 1906 й. ярма ярғыс, мөгәзәй теркәлгән. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке