МАСЬЯНОВ Иван Иванович [14.2. 1907, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Красиково а., хәҙ. Силәбе өлк. Верхнеурал р‑ны Красинск ҡсб, — 3.3. 1969, Тирлән ҡсб (Белорет ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929 й. алып Силәбе трактор з‑дында, 1931 й. — Учалы р‑нының Байрамғол с‑зында, 1933 й. — Верхнеуральск ҡ., 1937—41 йй. Тирлән табаҡ прокатлау з‑дында эшләй. 1927—29 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл Армияла, ғин. алып Көнбайыш һәм Сталинград фронттарында 5‑се гвардия армияһының 214‑се уҡсылар див. 788‑се уҡсылар полкының разведка взводы ком., 1943 й. февр. — Ялан фронтында 5‑се гвардия армияһы 66‑сы гвардия див. 195‑се гвардия уҡсылар полкында, июлдән — 1‑се, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се Украина фронттарында 18‑се армияның 66‑сы гвардия див. 193‑сө гвардия уҡсылар полкында взвод ком. ярҙамсыһы. М. Дан орд. 1944 й. 8 февр. Украина ССР‑ының Кувановка а., 24 сент. Самбор ҡ. (Польша) һәм 1945 й. 23 мартында Балатонфекаяр ҡ. (Венгрия) янында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Тирләндә эшләй. 1‑се (1946), 2‑се (1944 й. нояб.) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың февр.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Е р о ш и н А.Е. Слава солдатская. Өфө, 1967. 

 

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: И.И.Масьянов

Текст на русском языке