МАСТЕРОВОЙ ҺӘМ ЭШСЕ КЕШЕЛӘР, 17—19 бб. Рәсәйҙә тау сәнәғәте халҡы категорияһы. Башлыса тау сәнәғәте крәҫтиәндәренән, тау сәнәғәте пр‑тиелары хужаларының крепостной крәҫтиәндәренән, рекруттарҙан, “нәҫелен белмәгән” дәр араһынан мәңгелеккә заводҡа бирелгәндәрҙән, һөргөнгә ебәрелгәндәрҙән, иреккә ебәрелгән холоп һәм ҡасҡындарҙан торған. Мастеровойҙар бер нисә төркөмгә бүленгән: ҡаҙнаныҡылар, заводта эшләргә тейеш булған крепостнойҙар, мәңгелеккә заводҡа бирелгәндәр, крепостнойҙар м‑н бергә алынғандар һ.б. төркөмдәр. 17 б. аҙ. — 18 б. 1‑се ярт. ҡаҙна мастеровойҙарының ялланып эшләгән хеҙмәтле кешеләрҙең ҡайһы бер категорияларыныҡы кеүек хоҡуҡи статусы, ҡалғандарының крепостной крәҫтиәндәр статусы булған. Мастеровой кешеләр әҙерлек талап иткән завод эштәрен (домна мейестәрендә, крица сүкештәре м‑н һ.б.), эшселәр махсус әҙерлек талап итмәгән ҡайһы бер ярҙамсы эштәрҙе башҡарған. М.һ.э.к. шулай уҡ игенселек, ваҡ кәсептәр, сауҙа м‑н дә шөғөлләнгән. Уларҙың балалары завод мәктәптәрендә (ҡара: Тау сәнәғәте мәктәптәре һәм училищелары) белем алған. 1806 й. алып ҡаҙна мастеровойҙары дәүләт һалымы һәм йөкләмәләренән азат ителә. Крәҫтиән реформаһы ваҡытында М.һ.э.к. крепостной бойондороҡтан азат ителә һәм рәүиз йәне иҫәбенә ер ала. М.һ.э.к. Башҡортостанда 18 б. башында тау сәнәғәте үҫешкән осорҙа барлыҡҡа килә. Яһаҡлы һәм тау сәнәғәте крәҫтиәндәре, ялланма эшселәр иҫәбенә формалаша. 18 б. аҙ. заводтарҙа 43 мең 555 эшсе ир-ат иҫәпләнә. Уларҙың байтағы Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнаша. М.һ.э.к. тау сәнәғәте эшселәре составына инә (ҡара: Эшселәр синыфы).

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.