МАСЛОВ Владимир Петрович [14.4. 1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Дурасов ширҡәте ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Дурасов а., — 24.9.1988, Мәскәү], хәрби эшмәкәр. Адмирал (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Юғары хәрби-диңгеҙ уч‑щеһын (Ленинград, 1950), СССР Ҡораллы көстәре Ген. штабының Хәрби акад. (Мәскәү, 1966) тамамлаған. 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап 16‑сы һауа армияһының айырым штурмлау авиация полкы отрядында хеҙмәт итә, 1951 й. — С‑155 һыу аҫты кәмәһе ком., 1958 й. — Төньяҡ флотта һыу аҫты кәмәләре див. штабы нач., 1961 й. — див. ком., 1968 й. — Тымыҡ океан флоты командующийының 1‑се урынбаҫары, 1974 й. — командующийы, 1980 й. — Варшава килешеүенең Берләшкән Ҡораллы көстәре штабының ГДР флотындағы вәкиле, 1984 й. — Хәрби-диңгеҙ флотының Баш командующийы ҡарамағында. 1985 й. алып отставкала. РСФСР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин, Окт. Революцияһы, 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: И л и ш е в Г.Ш. Черноморский флот России. Уфа, 2007.

 

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: В.П.Маслов

Текст на русском языке