МАСЛОВ Василий Иванович [1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Анновка а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 8.10.1944, Элкуземе ст., Вайнеде ҡсб (Латвия) ерләнгән], танкист, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945). Ырымбур танк уч‑щеһын (1943) тамамлаған. 1938—42 йй. Йылайыр р‑нының К.Е.Ворошилов ис. к‑зында эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап 4‑се Украина, 1‑се һәм 2‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се Балтик буйы фронтының 6‑сы гвардия армияһы 19‑сы танк корпусы 79‑сы танк бригадаһының 3‑сө танк батальоны өлкән адъютанты лейт. М. 1944 й. 8 окт. Элкуземе янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. М. уҡыған Анновка мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Б у л а т о в Г. Бессмертный подвиг //Лицом на запад. Уфа, 1972. 

 

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: В.И.Маслов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.