МАСЛЕННИКОВ Иван Фёдорович (3.12.1898, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Эҫем заводы ҡсб, хәҙ. Эҫем ҡ., — ? , Мәскәү), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. И.В.Сталин ис. Бөтә Союз сәнәғәт акад., Мәскәү станоктар эшләү ин‑тын (икеһен дә 1932 й.) тамамлаған. 1917 й. көҙөнән Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының Эҫем отрядында. 1919 й. РКП(б)‑ның Эҫем ком‑ты секретары, Эҫем улус башҡарма ком‑ты рәйесе. Нояб. алып Бишенсе армияның махсус бүлегендә, Өфө губерна ғәҙәттән тыш комиссияһында. 1920 й. аҙ. башлап Златоуст, Лысьва, Пермь, Силәбе, Троицк, Түб. Тагил ҡҡ. партия эшендә. 1932 й. алып Мәскәү заводтарында инженер булып эшләй, 1945 й. сент. — СССР Станоктар эшләү министрлығында, 1947—54 йй. СССР МС‑ының Эштәр идаралығында эшләй. Сталин пр. лауреаты (1943). Ленин (1943), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Симские подпольщики //В боях и походах: воспомирнания участников гражданской войны на Урале. Свердловск, 1959.

Әҙәб.: Плотников И.Ф. В тылу врага. Уфа, 1971; Абрамовский А.П. Год героической борьбы. Большевистское подполье и партизанское движение в горнозаводских округах Южного Урала. Челябинск, 1991.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке