МАСЛАКОВЕЦ Николай Алексеевич (1833 — 7.2.1908, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Инфантериянан генерал (1906). Дворяндарҙан. Ген. штабтың Николай акад. тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1859)  Ырымбур айырым корпусында хеҙмәт итә. 1862 й. алып Урал казак ғәскәренең наказ атаманы ҡарамағындағы махсус йомоштар б‑са чиновник. 1864 й. алып Дон казак ғәскәрендә хеҙмәттә. 1884—92 йй. Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказ атаманы. Ырымбур ғилми архив комиссияһын ойоштороуға булышлыҡ итә, уның попечителе була. Ырымбур губернаһында аслыҡ эҙемтәләрен бөтөрөү б‑са саралар күрә (1891). 1894 й. алып Ген. штаб эргәһендәге Хәрби министрлыҡта хеҙмәттә. 1906 й. алып отставкала. 2‑се (1886), 3‑сө (1875) һәм 4‑се (1872) дәрәжә Изге Владимир, Аҡ Бөркөт (1896), 1‑се дәрәжә Изге Анна (1883), 1‑се (1881) һәм 2‑се (1868) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Краткий исторический очерк постепенного образования Оренбургского казачьего войска и развитие форм военного и гражданского устройства. СПб., 1873.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.