МАРЬЯНОВКА, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Степановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 43 км алыҫлыҡта Түрҫәгәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 163 кеше; 1920 – 253; 1939 – 230; 1959 – 153; 1989 – 130; 2002 – 169; 2010 – 227 кеше. Украиндар, урыҫтар йәшәй (2002).

 Ауылға 1904 й. (икенсе мәғлүмәттәр б‑са, 1896 й.) Стәрлетамаҡ өйәҙендә Полтава губ. күсеп килгән крәҫтиәндәр Марьянов ширҡәте булараҡ нигеҙ һала. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 30‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алына. 60‑сы йй. М. Марьевка ҡсб (1892 й. Һамар губернаһынан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған) ҡушылған. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.