МАРЬЕВКА, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Зәк‑Ишмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 60 км һәм Күмертау т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 51 км алыҫлыҡта Крутой й. (Ашҡаҙар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 402 кеше; 1939 – 116; 1959 – 195; 1989 – 273; 2002 – 325; 2010 – 245 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы Таймаҫ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. башында Стәрлетамаҡ өйәҙендә Яңы Марьевка а. булараҡ нигеҙ һалына. 1929 й. Мораптал с‑зы ойошторолоуға бәйле совхоздың Марьевка ферма ҡасабаһына үҙгәртелә. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.