МАРМЫЛЁВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Жуков а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Дим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 119 кеше; 1920 – 213; 1939 – 229; 1959 – 162; 1989 – 124; 2002 – 182; 2010 – 232 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар. Ауылға яҡынса 18 б. аҙ. Өфө өйәҙендә К.М.Пасмуровтың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Мармышев, Каменка, Пасмурев исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 20 йортта 114 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке