МАРИНО, М а р ь и н о, ауыл, 1969 й. алып Нефтекама ҡ. составында, Ташкин а/с ҡарай. Нефтекама ҡ. һәм т. юл ст. К.‑Көнб. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 979 кеше; 1920 – 937; 1939 – 552; 1959 – 546; 1989 – 348; 2002 – 279; 2010 – 471 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1719 й. алып билдәле. 1865 й. 103 йортта 690 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, ҡап тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу һәм 2 ел тирмәне булған. 1906 й. һыу һәм 2 ел тирмәне, кирбес з‑ды, ярма ярғыс, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1969 й. Ҡалтасы р‑нының Ташкин а/с ҡараған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.