МАРИН, Илеш р‑нындағы ауыл, Андреевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 38 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 145 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 298 кеше; 1959 — 266; 1989 — 215; 2002 — 186; 2010 — 155 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1929 й. Бөрө кантонында мариҙар нигеҙ һала. 

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке