МАРИ‑МӘНӘҮЕЗ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 130 кеше; 1920 – 160; 1939 – 199; 1959 – 227; 1989 – 164; 2002 – 189; 2010 – 201 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Баҙытамаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1771 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1777 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. Шулай уҡ Түб. Мәнәүез, Лапкашор, Сирмеш Мәнәүезе булараҡ билдәле. 1795 й. 40 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 33 йортта 196 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке