МАРИИНСКИЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Отрада а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 850 кеше; 1959 – 133; 1989 – 545; 2002 – 361; 2010 – 1896 кеше. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Мариинский мал һимертеү пункты ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 40‑сы йй. М. Мариинский спирт з‑ды ҡасабаһы ҡушыла, 50‑се йй. Заготскот базаһы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 80‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.