“МАРИҘАР ЭШЕ”, “Б а ш ҡ о р т о с т а н д а м а р и к о н т р р е в о л ю ц и о н б у р ж у а з - м и л л и о й о ш м а э ш е”, 1937—38 йй. Эске эштәр ХК органдары тарафынан БАССР‑ҙа йәшәгән мари интеллигенцияһына ҡаршы ойошторолған енәйәт эше. СССР‑ҙа финдарға ҡаршы рухты көсәйтеү өсөн файҙаланылған. “М.э.” б‑са ҡулға алынғандар совет власын ҡолатып, СССР‑ҙың фин-уғыр халыҡтарын “Бөйөк Финляндия”ға берләштереүҙе, ВКП(б) һәм Совет хөкүмәте етәкселәренә ҡаршы террористик акттар әҙерләүҙе, Финляндияның фашистик даирәһе м‑н бәйләнеш тотоуҙы һ.б. маҡсат итеп ҡуйған контрреволюцион ойошмала тороуҙа ғәйепләнә. Партия, дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәрҙәре, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре, яҙыусылар, журналистар һ.б. репрессияға (ҡара: Сәйәси репрессиялар) дусар була. “М.э.” 1938 й. 14—16 июлендә Өфөлә СССР Юғары суды Хәрби коллегияһының күсмә сессияһында ҡарала. 30‑ға яҡын кеше атыуға, 10‑лаған кеше төрмәгә ябыуға хөкөм ителә. КПСС‑тың 20‑се съезынан һуң (1956) “М.э.” б‑са хөкөм ителгәндәрҙең барыһы ла аҡлана.

Г.И.Ибулаев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.