МАРИ БИКШЕГЕ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Яңы Килбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 37 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 237 кеше; 1920 — 234; 1939 — 198; 1959 — 209; 1989 — 76; 2002 — 107; 2010 — 73 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, 1686 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1594 й.) алып билдәле. 1795 й. 44 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 24 йортта 118 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Бикшек, Сирмеш Бикшеге исемдәре м‑н билдәле булған. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.