АНИМАЦИЯ КИНОҺЫ, мультипликация киноһы, әҫәрҙәре һүрәттәрҙе һәм күләмле композицияларҙы фазалап төшөрөү ысулы м‑н ижад ителгән киносәнғәт төрө. Анимация төрҙәре: һүрәтле, күләмле (ҡурсаҡтар м‑н), күләгәле, күсереп йөрөтөүле, ш. уҡ компьютер графикаһы. Башҡортостанда тәүге анимация фильмын 1967 й. Ә.М.Вәлиев төшөрә (“Петя Петрушин мажаралары” — “Приключения Пети Петрушина”, ҡурсаҡ анимацияһы). 80‑се йй. фәһемле тарихҡа нигеҙләнгән ябай сюжетлы фильмдар төшөрөлә: “Өй төҙөү беҙгә бер нәмә лә түгел” (“Что нам стоит дом построить”, һүрәтле, Н.А.Арыҫланова, 1981; Өфө агрегат производство берекмәһе “Авангард” мәҙәниәт йортоноң “Авангард” к/ст); “Иҫке ҡәлғә” (“Старая крепость”, күсереп йөрөтөүле, 1981; Бөтә Рәсәй мультипликация фильмдары фестивале лауреаты, Новосибирск ҡ., 1982) һәм “Гомо сапиенс” (һүрәтле, 1982; Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивале лауреаты, Мәскәү, 1982; икеһе лә — Л.В.Головкина, “Ағиҙел” кинофотоклубы). Проф. А.к. үҫеше “Башҡортостан” к/ст эшмәкәрлеге м‑н бәйле, унда 90‑сы йй. башынан “Казахфильм” к/ст эргәһендәге анимация курсын тамамлаусылар эшләй: В.Н.Байрамғолов, А.Е.Мичурин, Д.М.Фәхрисламова, Р.Ә.Шәрәфетдинов, Е.Ю.Юшкова һ.б. Башҡ. аниматорҙарының фильмдары графика мәҙәнилеге, персонаждарҙың хәрәкәтен һәм мимикаһын аныҡ билдәләү, традицион материалды үҙенсәлекле итеп күрһәтә белеү м‑н айырылып тора. 1994 й. “Үрмәксе” (“Паучок”) муз. фильмы [һүрәтле, Юшкова; “Фирүзәләге осрашыуҙар” (“Фирюзинские встречи”; Ашхабад, 1995) һәм “Рәсәй” (“Россия”) уйынһыҙ кино (Мәскәү, 1997) халыҡ-ара кинофестивалдәре дипломдары]; “Һуҡмаҡтар айырылған баҡса” [“Сад расходящихся тропок”, һүрәтле; Байрамғолов, Р.Ғ.Ҡамбулатов, И.Р.Рәжәпов, Шәрәфетдинов; “Уралдың йәш киноһы” (“Молодое кино Урала”) фестиваленең 1‑се пр., Екатеринбург ҡ.; “Фирүзәләге осрашыуҙар” дипломы, Ашхабад; икеһе лә — 1995] фәлсәфәүи хикәйәһе төшөрөлә. Шәрәфетдиновтың “Тәүге осош” (“Первый полёт”; 1996, һүрәтле) фильмында осорға хыялланыусы тәүтормош кешеһе хаҡында ҡыҙыҡлы тарих замандың әхлаҡи проблемалары т‑дағы етди хикәйәгә әүерелә. Б.Л.Пастернак һәм А.А.Тарковский шиғырҙары нигеҙендә тыуған образдар Байрамғоловтың “Йылға буйлап алыҫҡа” [“Далеко вниз по реке”; 1998,  һүрәтле; Рәсәй анимация киноһы асыҡ фестивале Гран-прийы, Таруса ҡ.; “Йәшлек” (“Молодость”) Халыҡ-ара кинофестивале, Киев; икеһе лә — 1998; “Крок” Халыҡ-ара анимация кинофестивале дипломдары, Киев — Севастополь, 1999; “Изге Анна” (“Святая Анна”) Халыҡ-ара кинофестиваленең 2‑се пр., Мәскәү, 1999] фильмында сағылыш таба. 1999 й. башҡ. һәм урыҫ әкиәттәре мотивтары б‑са “Алдаҡ тоғо” (“Мешок обмана”; һүрәтле, Шәрәфетдинов; Анимация киноһы асыҡ фестивале дипломы, Таруса ҡ.; “Кешегә мөрәжәғәт” (“Послание к человеку” Халыҡ-ара кинофестивале дипломы, С.-Петербург; икеһе лә — 2000), “Алдар күсә” (“Алдар-косе”), “Йомро икмәк” (“Колобок”; икеһе лә — компьютер графикаһы, Мичурин, Юшкова), 2003 й. — “Ҡыйыу йөрәк” (“Храброе сердце”; һүрәтле, Шәрәфетдинов), 2005 й. — “Арыҫлан м‑н ҡуян” [“Лев и заяц”; һүрәтле, Юшкова; “Алтын мөнбәр” (“Золотой минбар”) Халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале лауреаты] фильмдары төшөрөлә. 2007 й. “Башҡорт көләмәстәре”  (“Башкирские кулямасы”) циклынан “Тетерев и лиса” (“Ҡор м‑н төлкө”) һәм “Аҡсура ауылы” (“Деревенька Акчура”; икеһе лә — һүрәтле, Юшкова) анимация фильмдары төшөрөлә.

Башҡ. рәссам-аниматорҙары, ш. иҫ. Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр, Рәсәй кимәлендәге проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. 2003 й. алып “Петербург” компьютер анимацияһы студияһында (С.-Петербург) балалар өсөн “Көлкөшарҙар” (“Смешарики”) телевизион сериалы төшөрөлә башлай, уның идеяһы авторҙары араһында — БР‑ҙа тыуып үҫкән А.Е.Мальгинова һәм проекттың рәссам-ҡуйыусыһы С.М.Шәйхинуров. 2004 й. “Пилот” Мәскәү анимация студияһында Рәсәй халыҡтары әкиәттәре б‑са “Аҫылташтар тауы” (“Гора самоцветов”) мультипликация сериалы төшөрөлә башлай, проектта яҡташтарыбыҙ Шәрәфетдинов (“Шәйҙулла ялҡау” — “Шейдулла‑лентяй”, 2004, һүрәтле, С.В.Гордеев м‑н берлектә), Байрамғолов (“Ҡош аяғы” — “Птичья нога”, 2005, һүрәтле) ҡатнаша.

С.Н.Шипунова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.