МАНЫШТЫ, Белорет р‑нындағы  ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән  Т.‑Көнб. 106 км һәм Инйәр  т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта  Манышты й. (Инйәр й. ҡушылдығы)  буйында, Көньяҡ Урал  ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан.  Халҡы: 1900 й. — 569 кеше;  1920 — 371; 1939 — 327; 1959 —  385; 1989 — 381; 2002 — 414; 2010 —  372 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).  Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-  акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана,  мәсет бар.  Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай  улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә  нигеҙ һала, 1765 й. (П.И.Рычков  булып киткән) алып билдәле. 1795 й.  20 йортта 160 кеше йәшәгән, 1866 й.  52 йортта — 351 кеше. Малс‑ҡ,  игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет  булған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.