МАНСУРОВ Павел Дмитриевич  (1726—98), хәрби эшмәкәр. Ген.-поручик  (1777). Дворяндарҙан. 1741—  43 йй. рус-швед, 1756—63 йй. Ете  йыллыҡ һуғыштарҙа, Крәҫтиәндәр  һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа  ҡатнаша. 1736 й. алып рус армияһында.  1773 й. нояб. Ырымбур губернаһында  ихтилалды баҫтырыу  өсөн А.И.Бибиков ҡарамағына ебәрелә.  1774 й. 22 мартында Татищев  ҡәлғәһе һәм 1 апр. Һаҡмар ҡаласығы  янында П.М.Голицын корпусы м‑н  берлектә М. етәкс. бригада Е.И.Пугачёвтың  Төп ғәскәрен ҡыйрата.  16 апр. уның бригадаһы Яйыҡ ҡаласығын  ала. Июнь—сент. М. Оло  Ырғыҙ һәм Оло Үҙән йй. буйында  һуғыша, Ҡазан губернаһының Сызрань  ҡ. башлап Әстерхан губ. Дмитриевск  ҡ. (хәҙ. Камышин ҡ.) тиклем  Волга й. уң яры буйлап коммуникациялар  һаҡлауҙы ойоштора. Авг.—  сент. Әстерхан губ. Һарытау ҡ. баш  күтәреүселәр өҫтөнән тәфтиш ҡылыу  һәм яза биреү эшенә етәкселек итә.  1778—81 йй. Псков наместниклығы  башлығы. 4‑се дәрәжә Изге Георгий  орд. м‑н бүләкләнгән (1770). 

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.