МАНСУР ТАЙМАҪОВ, Крәҫтиәндәр  һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы,  Е.И.Пугачёв полковнигы.  Исәт провинцияһының Табын улусы  Таймаҫ а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны)  башҡорто. Тархан. Таймаҫ Шәимовтың  улы. Шул уҡ улустың старшинаһы.  Ихтилалға 1773 й. нояб.  ҡушыла. 1774 й. 1 февр. Мортаза  Йортомов м‑н берлектә Силәбе ҡәлғәһе  янында И.А.Деколонг  етәкс. хөкүмәт  ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта  ҡатнаша. Баҙарғол Юнаев һәм Байғаҙы  Ҡоҙамышев м‑н берлектә Исәт  провинцияһында һуғыша. 1774 й.  аҙ. ғәйебен танып килә. Артабанғы  яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке