МАНСУР БУЛАТАЕВ (яҡынса  1709 — ?), Сәйет биҫтәһенең татар  сауҙагәрҙәренән Уложенный комиссия  депутаты. 1758—60 йй.  Сәйет биҫтәһе кешеләре м‑н берлектә  Сәйет Хәйәлиндең халыҡты ҡыҫырыҡлауы  т‑да Ырымбур губерна  канцелярияһына ялыуҙар яҙа. Уложенный  комиссияға Сәйет татарҙарының  йән башына һалынған һалымын  Ырымбур сауҙагәрҙәре окладына  тиңләү, башҡорттарҙан ер  һатып алырға рөхсәт итеү, сит илдәр  м‑н сауҙа шарттарын яҡшыртыу,  эшселәр яллау тәртибен ябайлаштырыу  т‑да һ.б. наказдар тапшыра.  1767 й. дек. старшиналарҙың  власын һәм вазифа биләү ваҡытын  сикләү т‑да наказына өҫтәмәләр керетә.  1768 й. үтенесе б‑са Сенат уны  ҡала депутаттары иҫәбенә индерә. 

Әҙәб.: Сборник Русского исторического общества.  Пг., 1915. Т.147.  

 И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.