МАНСАҘЫ, Иглин р‑нындағы ауыл,  Охлебин а/с ҡарай. Район үҙәгенән  һәм Иглин т. юл ст. К. табан 42 км  алыҫлыҡта Мансаҙы й. (Ағиҙел й.  ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.  Халҡы: 1906 й. — 782 кеше; 1920 —  902; 1939 — 653; 1959 — 435; 1989 —  149; 2002 — 171; 2010 — 168 кеше.  Урыҫтар йәшәй (2002).  Ауылға 19 б. башында Өфө өйәҙендә  Охлебиндарҙың алпауыт крәҫтиәндәре  нигеҙ һала. Шулай уҡ Дмитриевка,  Иҫке Охлебин исемдәре  м‑н билдәле булған. 1865 й. 63 йортта  438 кеше йәшәгән. Игенселек,  малс‑ҡ, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр.  1906 й. 2 бакалея кибете, мөгәзәй  теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке