МАНАТОВ Шәриф Әхмәт улы (Шәрифйән Әхмәтйән улы) [20.10. 1893, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1892, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Манат а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — 1936, Силәбе өлк. Смородиновка а., БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Көсөк а. ерләнгән], Башҡорт милли хәрәкәте һәм дәүләт эшмәкәре. 1918 й. алып РКП(б) ағзаһы. Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарында ҡатнашыусы. Ырымбур губернаһының федералист башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1914—17 йй. Швейцарияла эмиграцияла була. 1917 й. авг. алып Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе, дек. — Кесе ҡоролтай ағзаһы. 1918—19 йй. РСФСР Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты эргәһендәге Эске Рәсәй мосолмандары эштәре б‑са комиссариат рәйесе урынбаҫары. 1920 й. окт. башлап РСФСР Милләттәр эштәре б‑са ХК‑ның АСБР хөкүмәтендәге вәкиле. 1924 й. алып БАССР Мәғариф ХК эргәһендәге Академүҙәк мөдире, һуңыраҡ Юғары пед. ин‑ты (Баҡы) ректоры, Кавказ аръяғы коммунистик ун‑тында, РКП(б)‑ның Кавказ аръяғы край ком‑тында эшләй, Ҡырғыҙ пед. ин‑тында (Фрунзе) уҡыта. 1935 й. ВКП(б) сафынан сығарыла һәм эштән бушатыла. 1962 й. аҡлана.

Әҙәб.: Н а с ы р о в Р. От имени башкир //Возвращённые имена. Уфа, 1991. 

 Р.Әәүләтшин

Тәрж. М.Х.Хужин

Портрет: Ш.Ә.Манатов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.