МАМЛЫГИН Конон Наумович (1724—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһы Озерки а. йәшәгән дәүләт крәҫтиәндәренән. Ихтилалға 1774 й. ғин. ҡушыла. Көңгөр ҡ. ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша. Яҙын атаман И.Г.Васев отряды м‑н Исәт провинцияһына юл тота. Ихтилалсыларҙың Төп ғәскәре составында Волга буйына барып етә. 15 июлдә Ҡазан янында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Әсиргә алына. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.