МАМАҘЫ, Борай р‑нындағы ауыл, Әжәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Мамаҙы й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 659 кеше; 1920 — 642; 1939 — 488; 1959 — 474; 1989 — 366; 2002 — 367; 2010 — 339 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Борай урта мәктәбе филиалы), фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға Уҫы даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1778 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удмурттар нигеҙ һала. 1795 й. 107 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 62 йортта — 386 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 3 бакалея кибете, 1 класлы министрлыҡ уч‑щеһы теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.