МАЛЬЦЕВ Михаил Еремеевич (1748 — 1774 й. майы, Көңгөр ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Красноуфимск ҡәлғәһе казагы. Ырымбур казак ғәскәрендә, 1765 й. алып Красноуфимск станица йортонда писарь булып хеҙмәт итә. 1774 й. ғин. башында ихтилалға ҡушыла. 15 ғин. башлап сотник, 20 ғин. — баш күтәргән Красноуфимск казактары атаманы. И.С.Кузнецов м‑н берлектә Көңгөр янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 30 ғин. Илья бастругы а. янында секунд- майор Д.О.Гагрин етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша (ҡыйратыла), 19 февр. Красноуфимск эргәһендә Салауат Юлаев һәм Ишмән Этҡоловтың баш күтәреүселәр отрядтары составында алыштарҙа ҡатнаша. Әсиргә алына. Май аҙағында Ҡазан йәшерен комиссияһының хөкөм ҡарары б‑са Көңгөрҙә йәмәғәт алдында язалап үлтерелә. 

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке