МАЛЫШЕВ Николай Иванович (22.11.1949, Амур өлк. Сагур а.), лётчик, полковник. Советтар Союзы Геройы (1987). 1982—83 йй., 1985—86 йй. Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1974), Хәрби-һауа көстәренең сәйәси составын әҙерләү акад. курстарын (Мәскәү, 1985) тамамлаған. 1968 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй Армияһында. Герой исеменә 40‑сы армияның вертолёт эскадрильяһы ком. сәйәси часть б‑са урынбаҫары майор М. Афғанстандағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1992— 93 йй. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһында уҡыта. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1993) Воронеж ҡ. йәшәй. Ленин (1987), Ҡыҙыл Йондоҙ (1983) орд. м‑н бүләкләнгә

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Н.И.Малышев

Текст на русском языке