МАЛИНОВКА, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Әбүләйес а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 61 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 64 км алыҫлыҡта Ергәйеш й. (Ҡаҫмарт й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 870 кеше; 1959 – 288; 1989 – 277; 2002 – 428; 2010 – 345 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Арсёнов урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. Һаҡмар с‑зы ойошторолған ваҡытта совхоздың 2‑се ферма ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 70‑се йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.