МАЛИНОВКА, К р и в о й Р о г, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Малиновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 14 км һәм Аксаков т. юл ст. К.‑Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 167 кеше; 1959 – 91; 1989 – 422; 2002 – 459; 2010 – 440 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (1‑се Аксаков урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә Екатеринослав губ. Кривой Рог ҡ. күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 

 Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке