МАЛАЯҘ, ауыл, Салауат р‑нының (1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Салауат а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнс. табан 183 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 29 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында, Кропачёво—Мәсәғүт—Әшит, Малаяҙ— Үрге Ҡыйғы—Яңы Балаҡатай— Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. – 0,8; 1920 – 1,0; 1939 – 0,8; 1959 – 1,8; 1989 – 3,8; 2002 – 4,8; 2010 – 4,9. Башҡорттар йәшәй (2002). ПУ, башҡ. гимназияһы, урта мәктәп, балалар ижады йорто, сәнғәт мәктәбе, йәш техниктар станцияһы, 2 балалар баҡсаһы, район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (5 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы) Салауат Юлаев музейы, мәсет, сиркәү бар. Ауылға 1756 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 19 б. башынан, Яңы Малаяҙ бүлендек ауылы (хәҙ. Черепанов а.) барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Малаяҙ тип теркәлгән. 19 б. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 159 ир-ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 85 йортта 486 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет (1817 й. төҙөлгән), бакалея кибете теркәлгән. 20 б. 50‑се йй. ауылға Иҫке Михайловка а. (1874 й. нигеҙләнгән) һәм Иҫке Ҡаратаулы а. (18 б. башында нигеҙләнгән) ҡушылған. У.Ғ.Ибәтуллин, Н.Иҫәнбәт, Ф.М.Камалетдинова, Ғ.Ф.Хәбирова ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке