МАЛАХОВ Михаил Андреевич [20.10.1923, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Болотин а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 6.11.1988, ш. уҡ р‑ндың Трудовка а.], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932 й. алып Ауырғазы р‑нының Париж коммунаһы ис. к‑зында эшләй. 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан Үҙәк, Брянск, Белоруссия фронттарында 61‑се армияның 81‑се уҡсылар див. 196‑сы айырым сапёр батальонында сапёр булып, һуңыраҡ 1‑се Украина фронтында 3‑сө гвардия армияһында хеҙмәт итә. Дан орденына М. 1944 й. 12 июнендә Украина ССР‑ының Червона а. һәм 1944 й. 3—4 авг. Якубовице а. (Польша) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Ауырғазы р‑нының С.М.Киров ис. к‑зында эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944 й. февр. һәм нояб.), 1‑се (1984), 2‑се һәм 3‑сө (1944 й. нояб. һәм июне) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Трудовка а. урамға М. исеме бирелгән. 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке