МАЛАЙ‑МУЙНАҠ, Учалы р‑нындағы ауыл, Мансур а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Шартым т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 264 кеше; 1920 — 344; 1939 — 351; 1959 — 338; 1989 — 142; 2002 — 143; 2010 — 108 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Себер даруғаһы Барын‑Табын улусы Муйнаҡ а. (хәҙ. Иҫке Муйнаҡ а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Буранғол исеме м‑н билдәле була; 4‑се башҡ. кантоны үҙәге булған (1835). 1795 й. 27 йортта 121 кеше йәшәгән, 1866 й. 34 йортта — 231 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. М.Е.Буҙыҡаев, Ф.Б.Мәғәсүмов, Р.М.Әйүпов ошо ауылда тыуған. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.