МАЛАЙ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Таҙлар т. юл ст. К.‑Көнс. табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 363 кеше; 1920 – 426; 1939 – 515; 1959 – 406; 1989 – 237; 2002 – 318; 2010 – 265 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле. 1834 й. тиклем бында керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. 45 йортта 259 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән. С.Һ.Ҡоҙаҡаев ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке