МАКСИМЧА Иван Васильевич [14.9. 1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 26.4.1985, Өфө], лётчик, майор (1946). Советтар Союзы Геройы (1945). Тамбов хәрби-авиация пилоттар мәктәбен тамамлаған (1943). 1939 й. алып к‑зда, 1940 й. — Өфөлә эшләй. 1941 й. башлап Совет Армияһында. 1943 й. майынан Брянск һәм 2‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 15‑се һауа армияһының 225‑се штурмлау авиация див. 810‑сы штурмлау авиация полкының эскадрилья ком. капитан М. 104 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1946) граждандар авиацияһында лётчик булып эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1945 й. февр. һәм марты), Александр Невский (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡырғыҙ-Миәкә а. урамға, Новый Мир а. мәктәпкә (икеһе лә — Миәкә р‑ны) М. исеме бирелгән, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: И.В.Максимча

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.