МАКСИМОВКА, ауыл, 20 б. 30‑сы йй. уртаһынан Черниковка ҡасабаһы (ҡара: Черниковск) эсендә. Ауылға Өфө өйәҙендә батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1614 й. алып Максимов яңы ауылы исеме м‑н билдәле. 1799 й. 104 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 81 йортта 463 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, сана һәм арба яһау, мейес сығарыу, таҡта ярыу м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Хәҙ. Өфөнөң Калинин р‑ны терр‑яһы. Халҡы: 1906 й. – 702 кеше; 1920 – 756 кеше.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.