АНЕСТЕЗИОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАНИМАТОЛОГИЯ, ауыртыуҙы баҫыу, операцияға тиклем, операция ваҡытында һәм унан һуң, ш. уҡ ауыр хәлдәрҙә организмдың йәшәү өсөн мөһим функциялары м‑н идара итеү проблемаларын өйрәнеүсе клиник мед. фәне бүлеге. Башҡортостанда А.һ.р. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. Н.Ғ.Ғатауллин, М.Ғ.Мәүлитова, А.К.Шипова етәкс. Медицина университетында үткәрелә башлай. 70‑се йй. алып ауыртыуҙы баҫыу һәм операция ваҡытында ауырыуҙың организмындағы төрлө ағзалар һәм системаларҙың функциональ торошо, хирургик ярҙам күрһәткәндә анестезия алымдары өйрәнелә, анестезиологик, реанимацион ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу һәм интенсив терапия үткәреү ысулдары эшләнә (Ф.С.Ғәлиев, М.В.Туймедов, һ.б.). 1988 й. башлап БДМУ‑ның табиптарҙың белемен камиллаштырыу ф‑тында анестезиолог-реаниматологтар әҙерләү алып барыла, 1995 й. ин‑ттың дипломдан һуң белем биреу курсы м‑н А.һ.р. каф. асыла (ҡара: Медицина белеме биреү). 21 б. башынан хәүефле хәлдәр ваҡытында метаболия боҙолоуҙарын коррекциялау (М.Ә.Саҙретдинов), политравма, эренле-септик ауырыуҙар ваҡытында уларҙың барышын һәм һөҙөмтәһен күҙаллау (И.И. Лотфрахманов), хирургик ысул ҡулланған ваҡытта анестезия м‑н тәьмин итеүҙе (Р.Р.Боғҙанов), хәүефле хәлдәрҙә респиратор ярҙам күрһәтеүҙе яҡшыртыу (Р.Х.Зөлҡәрнәев), педиатрия (В.В.Викторов, В.В.Макушкин, П.И.Миронов) һәм гериатрия (Х.М.Мостафин) практикаһында анестезиология һәм интенсив терапия мәсьәләләре хәл ителә. БР‑ҙың дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында 80‑дән ашыу А.һ.р. бүлеге бар, 500‑ҙән ашыу анестезиолог-реаниматолог эшләй, яҡынса 120 мең анестезиология ҡулланмаһы әҙерләнә, 30 меңдән ашыу реанимация ауырыуы дауалана (2010).

Б.В.Вакеев, Р.М.Ғабдулхаҡов, М.Ә.Саҙретдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.