МАКСИМОВ, Э н д е м, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Максимов а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1066 кеше; 1920 — 1169; 1939 — 1091; 1959 — 934; 1989 — 630; 2002 — 642; 2010 – 590 кеше. Башҡорттар, удмурттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удмурттар нигеҙ һала. 1795 й. 50 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 69 йортта 436 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Әндеш исеме м-н билдәле булған. 1906 й. мәсет (1892 й. төҙөлгән), һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке