МАҠАН, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Маҡан а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Маҡан й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 313 кеше; 1920 — 151; 1939 — 214; 1959 — 880; 1989 — 1108; 2002 — 1260; 2010 — 1288 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

 Ауылға 1885 й. Орск өйәҙендә Екатеринослав, Таврия һәм Херсон губ. күскенселәре Маҡан утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 26 йортта 217 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, Макрушиндың спирт з‑дында эшләгәндәр. 1920 й. Маҡан а. (151 кеше) һәм Маҡан‑Николаев утары (469 кеше) теркәлгән, улар һуңынан хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алынған. 60‑сы йй. хәҙ. статусын ала.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке