МАЙСКИЙ (Мәхүбғәлиев) Сәхиб Нурлығаян улы [17.1.1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бигәнәй а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 24.1.1943, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 12.3.1943; Ростов өлк. Багаевская станицаһы], подполковник (1941). Советтар Союзы Геройы (1940). Граждандар, 1939— 40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Татар респ. советтарының ҮБК ис. Берләшкән татар-башҡ. хәрби мәктәбен тамамлаған (Ҡазан, 1925). 1919 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1939—40 йй. Төньяҡ- Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. 1941 й. июненән Көньяҡ фронтта уҡсылар полкы ком., механизацияланған бригада ком. урынбаҫары. Герой исеменә 13‑сө армияның 150‑се уҡсылар див. 674‑се уҡсылар полкының батальон ком. капитан М. 1939 й. 23 дек. Коуккуниеми а. (Финляндия) өсөн алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1940), Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән. Багаевская станицаһында урамға М. исеме бирелгән, тыуған ауылында ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке