АНЕМОНАСТРУМ (Anemonastrum), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Елбегәй затынан айырып сығарылған. Рәсәйҙә 10 төрө билдәле. Башҡортостанда пермь А. үҫә. Күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—65 см. Тамыр яны япрағы бармаҡса теленгән, оҙон һаплы. Нигеҙендә ҡушылып үҫкән бармаҡ һымаҡ 4 өҫкө япрағы япма барлыҡҡа килтерә. Сәскәһе аҡ, эре, ябай сатырҙа. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше күп сәтләүекле, июль—авг. өлгөрә. Болонда, урманда һәм тау тундраһында үҫә, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау‑урман бүлкәтенән алып яланғас бүлкәтенә тиклем Әбйәлил (Ҡырҡтытау, Көркәк һырттары), Белорет (Оло Ирәмәл, Оло Шатаҡ, Ямантау тауҙары, Уралтау, Машаҡ, Ҡыраҡа һырттары) һәм Учалы (Әүәләк һырты, Ҡалҡан тауы һ.б.) р‑ндарында таралған. Декоратив үҫемлек. Урал эндемигы.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.