“МАГНЕЗИТ”, утҡа сыҙамлы онтаҡтар һәм төп металлургия процестары өсөн әйберҙәр етештереү заводы. 1900 й. М.И.Маркусон, А.О. һәм Г.О.Немировскийҙар, А.Ф.Шуппе тарафынан Һатҡы заводы ерҙәрендә нигеҙ һалына. Хужалары: “Магнезит” ширҡәте, 1913 й. алып “Магнезит” АЙ; 1918 й. национализациялана. Златоуст тау заводы округына ингән. 1901 й. эшләй башлай. Камера мейесе, магнезит ваҡлар өсөн шарлы тирмәне, гидравлик пресы була. 1901 й. 610 т магнезит онтағы һәм 240 т магнезит кирбесе етештерә. 1910 й. заводта 324 эшсе иҫәпләнә, 11 мең т магнезит онтағы һәм 15,5 мең т магнезит кирбесе эшләп сығарыла. 1916 й. етештереү иң юғары кимәлгә етә: 71,4 мең т сей магнезит табыла, 31 мең т магнезит онтағы яндырыла, 10,4 мең т магнезит кирбесе етештерелә. “М.” продукцияһы Бөтә донъя күргәҙмәһендә (Льеж ҡ., 1905) алтын миҙалға лайыҡ була. 1993 й. алып «“Магнезит” комбинаты» утҡа сыҙамлы әйберҙәр етештереү ААЙ (Һатҡы ҡ.).

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.