• Печать

МАТЕМАТИК ХИМИЯ, ғәмәли математиканың химия һәм химик технологиялар өлк. матем. мәсьәләләрҙе өйрәнә торған бүлеге. Химик процестарҙың моделдәрен әҙерләгән объекттарҙы һәм структураларҙы, химияның ғәмәли мәсьәләләрен тикшерә. Башҡортостанда М.х. ысулдарына нигеҙләнгән тикшеренеүҙәр Нефтехимия һәм катализ ин‑тының матем. химия лаб. (С.И.Спивак, А.В.Балаев һ.б.), БДУ‑ның һәм ӨДНТУ‑ның матем. моделдәр әҙерләү каф., БДПУ‑ның программалаштырыу һәм хисаплау матем. каф., Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ин‑тында, БДУ‑ның Бөрө филиалында алып барыла. Химик кинетиканың дифференциаль тигеҙләмәләре системалары (Л.А.Калякин, Т.Ә.Әкрәмов), органик берләшмәләрҙе компьютерҙа дизайнлау (Л.А.Тюрина), квант химияһы моделдәрен әҙерләү (О.А.Пономарёв, Е.С.Шиховцева, С.Л.Хурсан), ҡатмарлы нефть ҡатышмаларын тасуирлау (И.З.Мөхәмәтйәнов) б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Спивак ҡатнашлығында ҡатмарлы химик реакцияларҙың механизмдарын идентификациялау (Р.М.Әсәҙуллин м‑н берлектә), химик‑технологик процестарҙы оптималләштереү (С.А.Мостафина м‑н берлектә), химияның кире мәсьәләләрен сисеү (С.М.Усманов м‑н берлектә) б-са эштәр алып барыла. 1999 й. алып Бөрө ҡ. “Химияның кире мәсьәләләре” Бөтә Рәсәй ғилми мәктәп-семинарҙары үткәрелә. 

С.И.Спивак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке