МАТЕМАТИК ФИЗИКА, физик күренештәрҙең матем. моделдәре теорияһы. Физика м‑н математика тоташҡан урында барлыҡҡа килә һәм артабан үҫешә. Физиканың матем. моделдәрен тасуирлау өсөн айырым сығарылмалы дифференциаль тигеҙләмәләр, интеграль тигеҙләмәләр, интеграль‑дифференциаль тигеҙләмәләр, вариациялы һәм теоретик‑ихтималлыҡ ысулдары, потенциалдар теорияһы, комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең функциялары теорияһы ысулдары һ.б. ҡулланыла. М.ф. ысулдары физик күренештәрҙең һанса һыҙаттарын табыу, ысынбарлыҡтағы процестарҙың барышын бирелгән дәрәжәләге аныҡлыҡ м‑н иҫәпләп сығарыу, йәшерен законлыҡтарҙы асыҡлау, яңы эффекттар булырын алдан күрергә мөмкинлектәр бирә. М.ф. ысулдары электродинамикалағы, акустикалағы, ҡайталыусанлыҡ теорияһындағы, гидро‑ һәм аэродинамикалағы физик ҡырҙарҙы, тулҡын процестарын өйрәнгәндә (тотош мөхиттәрҙәге физик күренештәрҙе тикшергәндә) һ.б. ҡулланыла. Хисаплау математикаһының үҫеүенә бәйле рәүештә газ динамикаһы, күсереү теорияһы, плазма физикаһы мәсьәләләрен М.ф. ысулдары м‑н сығарыу мөмкинлеген биргән туранан‑тура һанса ысулдар, сик мәсьәләләренең иҫәпләү алгоритмдары тикшеренеүҙәр өсөн айырыуса әһәмиәтле. Һанса ысулдарҙы ҡулланыу М.ф. тигеҙләмәләрен алгебраик тигеҙләмәләр м‑н алмаштырыуға ҡайтып ҡала. Мөхиттең өҙлөкһөҙ моделе урынына күп хеҙмәт талап иткән һәм ҡыйбатлы физик экспериментты аҙ сығымлы математик (һанса) эксперимент м‑н алмаштырырға мөмкинлек биргән дискрет аналог индерелә. Башҡортостанда М.ф. б‑са тикшеренеүҙәр 1941—43 йй. үткәрелә башлай: Украина ССР‑ы ФА‑ның Өфөгә эвакуацияланған Физика ин‑тында М.А.Лаврентьев етәкс. авиация двигателендәге индереү клапанының динамик һәм термик ныҡлығы иҫәпләп сығарыла, электронлы ҡабыҙыу приборҙарының теорияһын эшләү һәм конструкцияһын камиллаштырыу мөмкинлеген биргән газ бушаныуы физикаһының проблемалары хәл ителә (Н.Д.Моргулис). 70‑се йй. респ. һыҙыҡлы булмаған М.ф. мәктәбе төҙөлә, хәҙ. солитондар теорияһы нигеҙләнә һәм һибелеүҙең кире мәсьәләһе ысулы сығарыла (А.Б.Шабат), М.ф. һыҙыҡлы булмаған тигеҙләмәләр симметрияһының теорияһы үҫтерелә (Н.Х.Ибраһимов, Шабат). 80‑се йй. ҡырҙың квант теорияһы үҫеш ала, ш. иҫ. квант төркөмдәре концепцияһы тәҡдим ителә (В.Г.Дринфельд, БДУ). М.ф. ысулдары нефть сығарыу процестарын тикшергәндә (М.М.Хәсәнов, Р.Н.Бәхтизин, В.А.Байков һ.б., ӨДНТУ, ӨДАТУ), электрохимик процестарҙың моделдәрен яһағанда (В.Т.Иванов, БДУ), респ. нефть эшкәртеү һәм нефтехимияның үҫешенә бәйләнгән химик кинетика һәм яныу теорияһы проблемаларын хәл иткәндә (С.И.Спивак, БДУ) файҙаланылған. М.ф. б‑са тикшеренеүҙәр Математика ин‑тында (В.Ю.Новокшенов, М.Д.Рамаҙанов), БДПУ‑ла (Н.Ғ.Миһранов, Ф.Х.Мөҡминов) һ.б. алып барыла.

В.Ю.Новокшенов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.