МАГИНСК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Магинск а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән К. 17 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 127 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1014 кеше; 1959 — 1687; 1989 — 1611; 2002 — 1519; 2010 — 1491 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Сударушка” халыҡ вокаль ансамбле, “Рябинушка” урыҫ халыҡ йыры ансамбле), китапхана бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бөрө кантонында Магинск урман сәнәғәте хужалығы асылған ваҡытта элекке Манаев пристане ҡасабаһы урынында Механизацияланған Магинск урман участкаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. ауылға 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Казанка һәм Спасский аа. ҡушылғандан һуң, хәҙ. исемен йөрөтә. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке