МАТЕМАТИК СТАТИСТИКА, математиканың объекттар һәм күренештәрҙең билдәләре т‑дағы статистик мәғлүмәттәрҙе системаға һалыу, эшкәртеү һәм файҙаланыу ысулдарын өйрәнгән бүлеге. Статистика алымы һығымталарҙың ышаныслы һәм аныҡ булыуын баһалау өсөн һайлап алыу ысулын (объектты йәки күренеште ентекле тикшереү мөмкин булмаған осраҡта), уртасалаштырылған характеристикаларҙы иҫәпләү һәм ихтималлыҡ теорияһын (әгәр тикшерелгән күренештәр ихтималлыҡтың билдәле законлыҡтарына буйһонған булһа) файҙаланыуға ҡайтып ҡала. М.с. бүлектәре: дисперсион, корреляцион һәм регрессион анализдар, эксперименттарҙы планлаштырыу теорияһы, осраҡлы процестарҙы статистик анализлау, күп үлсәмле статистик анализ, параметрик булмаған статистика һ.б. Уның ысулдары иҡт., сәнәғәттә, ғилми һ.б. тикшеренеүҙәрҙә ҡулланыла. Параметрҙарҙы баһалауҙың асимптотик теорияһына һәм параметрик булмаған статистикаға И.А.Ибраһимов ҙур өлөш индерә. Башҡортостанда М.с. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. алып барыла. Математика институтында күп үлсәмле мәғлүмәттәр өсөн параметрик булмаған гипотезаларҙы тикшереү мәсьәләләре өйрәнелә. Күп үлсәмле статистик һайланмаларҙың бер төрлөлөгө, симметриялылығы һәм бойондороҡһоҙлоғо т‑дағы гипотезаларҙы тикшереү өсөн яңы критерийҙар, күп үлсәмле тайпылыуҙы эҙләп табыу алгоритмы билдәләнә, ҡабарынҡы функциялар класында регрессия функцияһының ысынға оҡшаш булыуын баһалауҙың асимптотик оптималлеге иҫбатлана, осраҡлы стационар процестар һәм эҙмә‑эҙлелектәр өсөн локаль асимптотик ғәҙәтилек үҙенсәлеге тикшерелә (Н.Ҡ.Бәкеров). Башҡорт дәүләт университетында статистик физика һәм ғәмәли статистика б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Р.Р.Әхмәтйәнов).

Н.Ҡ.Бәкеров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.