МАҒАЗОВ Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы [?, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Асҡар а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — 1921, Һамар губ. Кинәле ҡ. (Һамар өлк.) ерләнгән], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ғ.С.Мағазовтың туғаны. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт хөкүмәте ағзаһы. 1918 й. Башҡорт ғәскәрен ойоштороуҙа ҡатнаша. Июндән алып Башҡорт хәрби шураһында секретарь, июлдән — Өфө губернаһы б‑са хосуси вәкил, авг. — Силәбе өйәҙендә, Верхнеурал өйәҙендә һәм Златоуст өйәҙендә башҡ. хәрби көстәрен ойоштороу б‑са хосуси вәкил. 1919 й. 16 февр. башлап Тамъян-Ҡатай кантонында Башҡ. ғәскәре штабының хосуси вәкиле, 22 февр. — Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы, Башревкомдың агитация- мәғлүмәт бүлеге мөдире, АСБР ғәскәрҙәренең сәйәси идаралығы начальнигы. 1920 й. июнендә Бөтә Рәсәй ҮБК м‑н РСФСР ХКС‑ының “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” декреты сыҡҡандан һуң, ризаһыҙлыҡ йөҙөнән Башревкомдың башҡа ағзалары м‑н бергә вазифаһын ҡалдырып, Ф.М.Сөләймәнов, Н.Т.Таһиров һ.б. м‑н Урта Азияға сығып китә. 1921 й. Асығыусыларға ярҙам комиссияһы делегацияһы составында була.

Әҙәб.: Я р м у л л и н А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009; В а л и д и Т о г а н З. Воспоминания. Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман‑тюрков за национальное бытие и сохранение культуры. В 2 кн. Кн.1. Уфа, 1994. 

 

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.