МАТЕМАТИК ИҠТИСАД, иҡт. теорияһының анализлау, прогнозлау, планлаштырыу һәм идара итеү мәсьәләләре комплексын хәл иткәндә иҡт. процестарҙы һәм күренештәрҙе тасуирлау өсөн матем. аппаратын ҡулланған бүлеге. Баланс, динамика, детерминациялау, оптималләштереү, стохастик (фундаменталь матем. ҡулланмайынса хәл итеп булмаған ҡатмарлы мәсьәләләр), эконометрик (иҡт. статистикаһы нигеҙендә эшләнгән һәм төплө матем. белем талап итмәгән) моделдәргә айыралар. 1951 й. СССР ФА БФ‑та Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлеге ойошторола, уның төп бурысы — иҡт. һәм сәйәси үҙаллылыҡ шарттарында респ. идара итеүҙең иҡт. механизмдарын фәнни яҡтан нигеҙләү, сәнәғәтте эффектлы үҫештереү мәсьәләләрен өйрәнеү. М.и. б‑са беренсе тәжрибә — Х.Н.Ғиззәтуллиндың “Башҡортостанда тимер‑бетон изделиеларҙы етештереү предприятиеларын оптималь урынлаштырыу” (“Оптимальное размещение предприятий по производству железобетонных изделий в Башкирии”; 1963 й.) хеҙмәте. 1970—71 йй. СССР ФА БФ‑та иҡт.‑матем. моделдәр әҙерләү һәм электрон хисаплау машиналарында прогнозлау секторы ойошторола, нефтте һәм нефть продукттарын ташыу проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, оптималь яғыулыҡ‑энергетика балансы иҫәпләп сығарыла (В.И.Калика). 80‑се йй. Ғиззәтуллин Магнитогорск, Силәбе һ.б. металлургия комб‑ттарында, өлөшләтә Белорет металлургия комбинатында, индерелгән технологик процестың (тимер мәғдәнен сығарыуҙан башлап металл изделиелар алыуға тиклем) матем. моделен эшләй. Нефть‑газ үткәргестәренең оптималь схемаларын төҙөгәндә ғәмәли мәсьәләләрҙе, нефть сәнәғәтендәге инвестицияларҙың эффектлылығы проблемаларын хәл итеүгә — В.Г.Карпов, сәнәғәттең үҫешен системалы анализлау өсөн эконометрик модель төҙөүгә Р.Х.Мәрҙәнов ҙур өлөш индергән. Социальиҡтисади тикшеренеүҙәр институтында респ. үҫешенең, ш. иҫ. етештереү һәм соц.‑иҡт. процестарҙың иҡт.‑матем. моделдәре комплексын әҙерләү (Д.Ә.Ғәйнанов), дәүләт төҙөлөшөнөң моделен яһау (И.Ү.Зөлҡәрнәй) һ.б. б‑са эштәр алып барыла. ӨДАТУ‑ла материалдарҙы оптималь бесеүҙең (Э.А.Мухачёва), техник һәм иҡт. объекттар (Н.К.Зәйнәшев), етештереү процестары (Б.Ғ.Ильясов) м‑н идара итеү системаларының матем. моделдәрен, пр‑тиеның иҡт. үҫешенең иҡт.‑матем. моделдәрен төҙөү (Л.А.Исмәғилева); ӨДНТУ‑ла — нефть эшкәртеү пр‑тиеларында технологик структураның камиллашыу дәрәжәһен баһалау (Ю.М.Малышев), БДУ‑ла — финанс һәм актуар матем. б‑са (С.И.Спивак) тикшеренеүҙәр үткәрелә. М.и. өлкәһендәге проблемалар өҫтөндә ш. уҡ Е.М.Бронштейн, И.З.Мостаев һ.б. эшләй.

Әҙәб.: М у х а ч ё в а Э.А., Р у б и н ш т е й н Г.Ш. Математическое программирование. Новосибирск, 1977; К а л и к а В.И. Топливно-энергетический комплекс автономной республики. М., 1991; Г и з а т у л л и н Х.Н., Р и з в а н о в Д.А. Проблемы управления социально-экономическими системами. М., 2005.

Д.Ә.Ғәйнанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.