ОЛО БАШҠОРТОСТАН, Б а ш ҡ о р т А в т о н о м и я л ы С о в е т С о ц и а л и с т и к Р е с п у б л и к а һ ы, Өфө губернаһы терр‑яһы ҡушылғандан һуң авт. Башҡ. республикаһына бирелгән исем. Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һәм РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты президиумдарының Өфө губ. АСБР составына ҡушыу т‑дағы ҡарарҙарын Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты 1922 й. 7 ғин. хуплай. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 14 июнендәге “Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында” һәм 1922 й. 17 авг. “Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен өҫтәмә үҙгәртеү тураһында” декреттары б‑са О.Б. составына Бәләкәй Башҡортостан (Туҡ‑Соран кантонынан һәм Ялан кантонынан башҡа), Бөрө өйәҙе, Бәләбәй өйәҙе һәм Өфө өйәҙе инә. БАССР ҮБК‑ның 1922 й. 5 окт. ҡарары м‑н О.Б. терр‑яһы 8 кантонға: Арғаяш кантоны, Бөрө кантоны, Бәләбәй кантоны, Йылайыр кантоны, Мәсәғүт кантоны, Өфө кантоны, Стәрлетамаҡ кантоны һәм Тамъян‑Ҡатай кантонына бүленә. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1923—29 йй. декреттары м‑н О.Б. сиктәре билдәләнә. О.Б. башҡорттарҙың 87%‑ы (1922) туплана, республиканың халҡы 3022 мең кешегә етә, терр‑яһы 156 мең км2 тәшкил итә. О.Б. ойошторолғас, Башҡорт милли хәрәкәтенең авт. Башҡ. республикаһының сиктәре һәм адм. ҡоролошо т‑дағы төп положениелары тормошҡа ашырыла. “О.Б.” атамаһы Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының һәм РСФСР ХКС‑ының 1930 й. 20 авг. “Башҡорт АССР‑ында кантондар һәм улустарға административ бүлеүҙе бөтөрөү, райондарға бүлеүҙе һәм район системаһы буйынса идара итеүҙе урынлаштырыу тураһында” ҡарарын (ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош) ҡабул иткәнгә тиклем ҡулланыла.

Әҙәб.: Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики: сб. док. и материалов. Өфө, 1959. 

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Картала: Оло Башҡортостан (1922)

Яндекс.Метрика