МАТЕМАТИК БИОЛОГИЯ, биол. системаларҙы тикшереү өсөн матем. аппаратын файҙаланған интегратив фән. Түбәндәге бүлектәрен айыралар: матем. генетика, матем. физиология, матем. экология. Тереклек т‑дағы фәндең хәҙ. үҫеш осоронда М.б. биоинформатика һәм системалы биол. м‑н тығыҙ бәйләнгән. Геномдарҙы анализлауҙы һәм сағыштырыуҙы, РНК‑ларҙы һәм аҡһымдарҙы структура б‑са һәм функциональ анализлауҙы, протеомдарҙы һәм аҡһым‑аҡһым тәьҫирҙәрен анализлауҙы башҡара, гендарҙың экспрессияһы механизмын, ген селтәрҙәрен, сигналдар тапшырыу юлдарын, метаболик юлдарҙы, онтогенезды, популяцияларҙың динамикаһын, төр‑ара тәьҫирләшеүҙәрҙе, биотаның глобаль үҙгәреүҙәрен өйрәнә. М.б. маҡсаты — биол. күренештәрҙең һәм процестарҙың һанса, сифат һәм оҡшатыу моделдәрен эшләү, биосистемаларҙың төҙөлөш принциптарын һәм уларҙың эшмәкәрлек ҡанундарын аңлау, биологияның теоретик нигеҙҙәрен төҙөү. Матем. моделдәрҙе төҙөгән ваҡытта мәғлүмәтте анализлауҙың статистик ысулдарын, генетик алгоритмдарҙы, граф теорияһын, нейрон селтәрҙәрен, һәләкәт теорияһын, идара итеү теорияһын, дифференциаль, интеграль тигеҙләмәләрҙе һ.б. ҡулланалар. Башҡортостанда М.б. проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлап Башҡорт дәүләт университетында һәм Биология институтында, 80‑се йй. — Авиация техник университетында, Биохимия һәм генетика институтында алып барыла. Биополимерҙарҙа мәғлүмәттең төҙөлөшө һәм уны эҙләү процестарының моделдәре эшләнә (С.Ю.Рудерман, И.А.Соломещ). Эпигендар һәм эпиген селтәрҙәре теорияһы, гендар экспрессияһы м‑н идара итеүҙең молекуляр‑генетик системаларының динамик теорияһы (Р.Н.Чураев); дөйөмләштерелгән сик моделдәренең формализм телендә прокариот һәм эукариоттарҙың тәбиғи ген селтәрҙәре динамикаһын анализлау мәсьәләләре хәл ителгән (Р.Ю.Вәлиев, А.В.Ғәлимйәнов, Е.И.Прокудина). Нервы (А.В.Савельев), йөрәк‑ҡан тамырҙары (Л.М.Бакусов һ.б.), эндокрин (Д.Ф.Шакиров һ.б.) системаларҙың моделдәрендә кеше физиологияһы проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Экологик күҙаллауҙа коллектив предикторҙар концепцияһы билдәләнә (П.М.Брусиловский). Экосистемаларҙың потенциаль эффектлылығының стохастик моделдәре яһала (Б.С.Флейшман). Үҫемлектәр донъяһының составы б‑са уға экологик факторҙарҙың тәьҫир итеү дәрәжәһен баһаларға мөмкинлек биргән аналитик һәм оҡшатыу моделдәре эшләнә (Г.С.Розенберг).

Әҙәб.: Л я п у н о в А.А. О кибернетических вопросах биологии //Проблемы кибернетики. М., 1972. Вып. 25; Р о з е н б е р г Г.С. Модели в фитоценологии. М., 1984; T c h u r a e v R.N. General principles of organization and laws of functioning in governing gene networks //Bioinformatics of Genome Regulation and Structure II.New York, 2006. 

 

А.В.Ғәлимйәнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке